+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 13:27

Бәләкәстәргә бүләк

З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриә-тендә Әсхәл Әхмәт-Хужаның мәктәпкәсә йәштәге балаларға һәм иң кескәй уҡыусыларға тәғәйенләнгән, «42 хәреф» исемле китабы донъя күрҙе. Бәләкәстәр уның аша башҡорт алфавитындағы 42 хәреф менән танышасаҡ һәм хәреф уйнатыу юлы менән тиҙ генә туған телдә уҡырға өйрәнәсәк. Һүҙ бәҫен белгән, һәр тыныш билдәһенә тиклем мәғәнә һалған шағирҙың йырлап торған, һутлы, моңло кескенә шиғырҙарының тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Китап, рәссам Азамат Ғариповтың йәнле һүрәттәре менән, сағыу итеп биҙәлгән. Бәләкәстәрегеҙҙә туған телгә һөйөү уятығыҙ, китапты бергәләп уҡығыҙ, ата-әсәләр!


Читайте нас: