Дүшәмбелә республика Хөкүмәтендә уҙғарылған оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың кафе һәм ресторандарында банкет, корпоративтар уҙғарыуҙы тыйып тороуҙары хаҡында хәбәр ителде. Тейешле ҡарар 19 октябрҙән үҙ көсөнә инде. «Йәмәғәт туҡланыуы урындарында күмәк кеше ҡатнашлығында бер ниндәй ҙә сара үткәрелмәйәсәк, пандемия шарттарында ҡунаҡ булыуҙан тыйылып тороуығыҙ һорала. Кире осраҡта был кафе-ресторандарҙы ябырға тура киләсәк», — тине Радий Хәбиров.