Ошо ялда социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа һаҡ булырға өндәгән хәбәрҙәр таралды. Йәнәһе, медицина битлектәре таратып йөрөгән ниндәйҙер әҙәмдәр, был битлекте химикат йәки наркотик менән ағыулай һәм уны кейеп ҡарағандан һуң, кеше аңын юғалта. Ә был мәлдә енәйәтселәр уның мөлкәтен талай, имеш. Республиканың Эске эштәр министрлығы был хәбәрҙең дөрөҫлөккә тап килмәүен белдерҙе. «Бындай «яңылыҡ» таратыусыларҙың маҡсаты — халыҡ араһында паника, сыуалыш булдырыу, битлек кейеп ағыуланыусылар, йәки зыян күреүселәр тураһында бер ниндәй ҙә мөрәжәғәт теркәлмәне», — тинеләр ведомствола.