Республика Башлығы Радий Хәбиров 4 ноябргә тиклем тип билдәләнгән көҙгө каникулдарҙың тағы ла оҙағыраҡ булыуын инҡар итмәй. «Әгәр Башҡортостанда эпидемиологик хәл яҡшырмаһа, уҡыусыларҙы мәктәпкә саҡырмай торорға мәжбүр булабыҙ», — тине ул. Мәғариф министры Айбулат Хажин каникулдар башланыу менән бөтә мәктәптәрҙә лә дезинфекция уҙғарыла, ә педагогтар өсөн һөнәри оҫталыҡты арттырыу буйынса онлайн курстар ойошторола, тип хәбәр итте.