+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 16:53

Ҡыҙыл пашаның яҡты иҫтәлегенә арнала

Башҡортостандың Архивтар эше буйынса идаралығы һәм республиканың Милли архивы онлайн конкурс иғлан итте. Ул билдәле сәйәсмән, дипломат —Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнала. 16 ноябргә тиклем дауам иткән конкурста 7-сенән 11-се класҡа тиклемге уҡыусылар һәм колледждар студенттары ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар «Конкурс-Хакимов» тигән заявка яҙып, сәйәсмәндең тормош юлы тураһында фәнни-эҙләнеү эштәрен [email protected] электрон адресына ебәрергә тейеш. Эштәр 30 октябргә тиклем ҡабул ителә.


Читайте нас: