-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 12:26

Бөтә илдә битлек режимы индерелә

Рәсәйҙең баш санитар табибы Анна Попова ҡул ҡуйған указға ярашлы, бөтә ил буйынса битлек режимы индерелә. Роспотребнадзор рәсәйлеләргә йәмәғәт урындарында, транспортта, лифттарҙа, магазиндарҙа мотлаҡ битлек кейеп йөрөргә кәңәш итә. Был аҙым киҫкен респираторлы инфекциялар, киҙеү көсәйгән мәлдә коронавирус йоҡтороу осраҡтарын иҫкәртәсәк, тип иҫәпләй белгестәр. Әйткәндәй, ошо уҡ документҡа ярашлы, ашхана-кафе, күңел асыу урындарында киске 11-ҙән иртәнге сәғәт 6-ға тиклем бөтә саралар тыйыла.


Читайте нас: