Башҡортостанда үҙенсәлекле проектҡа башланғыс бирелде. «Көслөләр ҡул күтәрмәй» тигән исем аҫтында тормошҡа ашырылған проект ғаилә эсендә ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы, оло йәштәгеләрҙе йәберләүҙе, мәктәп уҡыусылары араһында бер-береһен мыҫҡыл итеүҙе, йорт хайуандарына яуызлыҡ ҡылыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелә. Был маҡсатта булдырылған сильныенебьют.рф махсус сайтына мөрәжәғәт итеп, йәберләүгә дусар булған кешеләр ярҙамға өмөт итә ала. Кәрәк икән, уларға ваҡытлы торлаҡ бирелә, психолог, юрист менән әңгәмәләшергә мөмкин була. «Ҡыҙыу линия» ла эшләй — 7 (347) 286-02-53.