БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ҡабул иткән яңы законға ярашлы, бәлиғ булмағандарға энергетик эсемлектәр һатыу тыйылды. Атап әйткәндә, бындай эсемлектәрҙе белем биреү, физкультура-һауыҡтырыу, спорт, ял итеү учреждениеларында һәм балалар лагерҙарында һатыу туҡтатыла. Законды боҙған сауҙа нөктәләре етәкселәре административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.