+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 13:54

Кемдәр мотлаҡ анализ бирергә тейеш?

Башҡортостанда пандемияға бәйле юғары әҙерлек режимына тағы ла үҙгәрештәр индерелде. БР Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһенә ярашлы, мотлаҡ ковидҡа анализ тапшырырға тейешле кешеләр исемлеге аныҡланды. Шулай итеп, Рәсәйгә сит илдән килгән һәм сир билдәләре булған (пневмония, киҙеү йоҡтороусылар менән бәйләнештә булған) кешеләр, тымау тейҙереү осраҡтарында — балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, хөкөм ителеп, рәшәткә артында ултырыусылар, ҡарттар йортонда йәшәүселәр һәм 65 йәште уҙған кешеләрҙән анализ алына. Дауаханаларҙа эшләүсе табип һәм шәфҡәт туташтары — аҙна һайын, вахта ысулы менән эшләүселәр, сменаға китер алдынан, коронавирусҡа анализ тапшырасаҡ.


Читайте нас: