+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 12:58

Геопарктың сиктәре билдәләнде

Башҡортостанда «Торатау» геопаркының сиктәре аныҡланды. Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 4 мең километрҙан ашыу майҙанды биләгән геопарк сиктәре Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури һәм Мәләүез райондары биләмәләре аша үтәсәк. БР Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡов билдәләүенсә, «Торатау» туристик объект булараҡ тулыһынса эшләп китһен өсөн юл картаһының 60 пунктын тормошҡа ашырырға кәрәк. Бында этнографик, археологик һәм тәбиғәт һәйкәлдәре күп, уларҙы һаҡлау, үҫтереү һәм туристар саҡырыу өсөн инвестициялар йәлеп итергә лә иҫәп тотола.
Читайте нас: