БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте коронавирус һәм пневмонияны оло йәштәгеләр бигерәк ауыр кисереүен билдәләп, ошо аҙнанан 65 йәште үткән инәй-апалар өсөн тулыһынса үҙҡур-салау режимы индерелеүе тураһында хәбәр итте. Ололарға дарыуханаға, аҙыҡ-түлек магазиндарына ғына сығырға мөмкин буласаҡ, ашығыс рәүештә нимәлер алырға кәрәк булһа, улар ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә ала. Үҙҡурсалау режимы кәмендә ике аҙна һаҡланасаҡ.