+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 16:11

Рәсәй хәрбиҙәре Таулы Ҡарабахҡа юлланды

РФ Оборона министрлығы белдереүенсә, шаршамбы көндө Рәсәй Ҡораллы Көстәренең миротворецтар ғәскәрҙәре Әрмәнстан менән Әзербайжан араһында барған хәрби бәрелеш биләмәһенә — Таулы Ҡарабахҡа юл тотто. Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәге киҫкен хәлде тулыһынса туҡтатыу кәрәклеген билдәләп, Әрмәнстандың премьер-министры Никол Пашинян менән килешеү төҙөнө. Атап әйткәндә, ике яҡ үҙҙәре алған позицияларҙа ҡаласаҡ, ә миротворецтар хәрби хәрәкәттәрҙе, атышты туҡтатыу өсөн постарға ҡуйыласаҡ. Таулы Ҡарабахҡа барлығы ике меңгә яҡын Рәсәй хәрбиһен, махсус техника ебәреү планлаштырыла.
Читайте нас: