Үҙҡурсалау режимында ҡалып, өйҙә ултырырға мәжбүр булған ололарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар кәрәк булған осраҡта «Ярҙам» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә шылтыратырға мөмкин. «Ҡыҙыу линия» һандары — 2-10-38, 2-03-37. Социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре 65 йәште үткән инәй-апаларҙың мөрәжәғәтен ҡабул итеп, кәрәкле йомоштарын үтәйәсәк.