Республика физкультура диспансеры covid-19 инфекцияһы менән сирләгән пациенттарҙы, дауаланып сыҡҡандан һуң реабилитация үтергә саҡыра. Учреждениела махсус программа эшләй: сирлеләр өсөн тын алыу гимнастикаһы, дауалаусы физкультура алымдары үткәрелә, психотерапевтар менән әңгәмәләшергә мөмкин. Әлеге ваҡытта республиканың бөтә медиктары пневмонияға һәм коронавирусҡа ҡаршы көрәшә, ә реабилитацияға ваҡыт та ҡалмай. Шуға күрә был бурысты физкультура диспансеры табиптары үҙ иңдәренә алырға ҡарар иткән. Реабилитация үҙәгенә эләгеү өсөн участка табибынан йүнәлтмә алырға кәрәк.