+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 13:21

Баланы ғаиләнән алыу буйынса закон проекты кире ҡайтарылды

Ата-әсәләр араһында бәхәс тыуҙырған яңы закон проекты Дәүләт Думаһы тикшереүенән кире алынды. Яңы ҡанун баланың һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф янаған осраҡта, уны тәүлек эсендә ғаиләнән алырға тәҡдим итә ине. «Бындай хәлдәрҙә ашығырға кәрәкмәй, Рәсәй закондарының барыһын да күҙ уңында тотоп эш итергә, балаларға зыян килтермәү яғында булырға кәрәк, — тине РФ Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин. — Әлбиттә, бәләкәстәргә хәүеф янаһа, опека органдары уны ата-әсәһе менән аралашыуҙан сикләргә тейеш. Әммә, икенсенән, балаларҙы алғандан һуң, ата-әсәләре үҙҙәренең яҡшы булыуын иҫбатлап судтарға мөрәжәғәт итеү осраҡтары ла юҡ түгел».
Читайте нас: