+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 13:19

Иң яҡшы һөнәрселәр билдәләнә

Башҡортостанда оҫталар араһында конкурс иғлан ителде. «Йыл һөнәрсеһе» тип исемләнгән конкурс «Керамика буйынса эшләүсе оҫта», «Тимер менән эшләүсе иң яҡшы оҫта», «Иң яҡшы тегенсе», «Милли кейем оҫтаһы», «Иң яҡшы ағас оҫтаһы», «Иң яҡшы дизайнер» кеүек номинацияларҙа еңеүселәрҙе асыҡлаясаҡ. Бәйгелә шәхси эшҡыуарҙар, шулай уҡ ҡул эштәре менән булышҡан һәр кем ҡатнаша ала. Заявкалар 2 декабргә тиклем [email protected] электрон адресы буйынса ҡабул ителә, еңеүселәрҙе бүләкләү 10 – 12 декабрҙә була. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 224-99-99, 246-41-36.
Читайте нас: