Республика Хөкүмәте пандемия арҡаһында зыян күргән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙамға тағы 18,5 миллиард һум аҡса бүлеү тураһында хәбәр итте. Субсидияларҙың өсөнсө пакеты Халыҡ-ара бизнес аҙнаһына әҙер буласаҡ, тип белдерҙе премьер-министр Андрей Назаров. Шул иҫәптән йәмәғәт туҡланыуы менән шөғөлләнгән предприятиеларға — 47,6 миллион һум, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүселәргә 102,9 миллион һум йүнәлтеү ҡаралған. Бынан тыш БР Хөкүмәте туристик эшмәкәрлек алып барыусыларға ла ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Аграр секторҙа ауыл хужалығы предприятиеларына техника һәм химик саралар һатып алыуға дәүләт ярҙамы һаҡланасаҡ.