+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2020, 13:02

Башҡорт балы — иң тәмле бренд

«Рәсәй тәмдәре» төбәк брендтарының беренсе милли конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Башҡорт балы «Бөтә илгә» номинацияһында иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде. Конкурсҡа Башҡортостандан 26 милли ризыҡ тәҡдим ителде. Еңеүселәр һигеҙ номинацияла билдәләнде, уларға 19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем тауыш биреү дауам итте. Тауыш биреүҙең һуңғы көндәрендә башҡорт балы ышаныслы рәүештә тәүге унау иҫәбенә инде. Беҙҙең бренд бында еңә алманы, ләкин ул — илдең 79 төбәгенең 508 ғаризаһы араһында иң яҡшы унау иҫәбендә. Әммә һуңғараҡ республиканың йөҙөн билдәләгән ризыҡ — балыбыҙ лайыҡлы баһаланды һәм иң яҡшы өс бренд иҫәбенә индерелде. Тәүге ике урынды Адыгея сыры һәм Вологда майы алды. Республика брендтарының «Беҙҙең ауылдан» номинацияһында иһә башҡорт ҡорото һәм «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуы иң яҡшы унау иҫәбендә.
Читайте нас: