Республика Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға йәнә үҙгәрештәр индерҙе. Документҡа ярашлы, үҙҡурсалау режимы коронавирус менән сирлеләр, йәки был инфекцияға шиге булғандар, пневмония, киҫкен респиратор инфекция йоҡтороусылар һәм улар менән бергә йәшәүселәр өсөн һаҡлана. Хроник сирҙәре булған 65 йәштән оло кешеләр 31 декабргә тиклем өйҙә ҡалырға тейеш. Бынан тыш, бәлиғ булмағандарға ата-әсә оҙатыуынан тыш сауҙа, күңел асыу үҙәктәрендә яңғыҙ йөрөү тыйыла.