Бөгөн Асҡарҙа билдәле яҡташыбыҙ, шағир, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Әбйәлил районының почетлы гражданы, Ғәлимов Сәләм, Ким Әхмәтйәнов, Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев исемендәге премиялар лауреаты Әсхәл Әхмәт-Хужа иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы була. Сара 11 сәғәттә, Тау урамы, 50А адресы буйынса, шағирҙың йорто янында башлана.