+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 14:09

Афарин, Таңсулпан!

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы быйыл беренсе тапҡыр аграр теманы киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу буйынса «Башҡортса — модала» тип исемләнгән конкурс уҙғарҙы. Уның маҡсаты урындарҙа етештерелгән продукцияны популярлаштырыу, федераль кимәлдә танытыу ине. Мәртәбәле бәйгелә тәүге еңеүсе беҙҙең коллега булыуы икеләтә ҡыуаныслы хәл. «Абзелил» гәзите хәбәрсеһе Таңсулпан Марат ҡыҙы Йомағужина БР Ауыл хужалығы министрлығының I дәрәжәле дипломына һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. Ул үҙенең һутлы мәҡәләләрендә Сиҙәм ауылында етештерелгән перәниктәр, Буранғол эшҡыуары И. Ғилманов үрсеткән бағры балығы, Әминевтар ғаиләһе етештергән ҡымыҙ һәм башҡа Әбйәлил ризыҡтары тураһында яҙҙы.
Читайте нас: