+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 14:08

Йәш яҡташтарыбыҙ уңыштары менән ҡыуандыра

«Башҡортостан таланттары» VIII Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады онлайн-конкурсында йәш таланттарыбыҙ һынатманы. Йыл да уҙғарылып килгән конкурста уҡыусылар быйыл да яҡшы һөҙөмтәләре менән һөйөндөрҙө. Улар иҫәбендә Т. Кусимов исемендәге гимназияның «Талисман» вокал ансамбле йырсылары ла ҙур ҡаҙаныштарға өлгәште. Ансамблдең өлкәндәр һәм бәләкәйҙәр төркөмө икеһе лә II дәрәжә лауреат исемен яуланы. Яңғыҙ башҡарыусыларҙан Тамирлан Әбүшахманов, Гүзәл Хәйбуллина — I дәрәжә лауреат, Азалия Ғәлиуллина һәм Искәндәр Булатов I дәрәжә дипломант булды. Ансамбль етәксеһе Ф. М. Нөғәмәнова конкурсты ойоштороусыларҙың рәхмәт хаты менән билдәләнде.


Читайте нас: