+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 13:43

Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы өйгә саҡырырға мөмкин

Райондаштарға Яңы йыл кәйефе бүләк итеү маҡсатында «Юрға» ат-спорт мәктәбе бына инде һигеҙ йыл дауамында байрамдар алдынан Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы ҡушарлап өс ат егелгән санаға ултыртып, район үҙәгендә заявкалар буйынса күстәнәстәр таратыу менән шөғөлләнә. Быйыл бындай сараны 26-һынан 31 декабргә тиклем уҙғарырға уйлайҙар. Белешмәләр өсөн телефон: 2-15-70.
Читайте нас: