Дәүләт ауылының «Серҙәштәр» ансамбле (етәксеһе Нәзифә Солтанова) Магнитогорскиҙағы «Халыҡтар дуҫлығы йорто»нда үткән «Сыңлы үксә» башҡорт халыҡ хореографияһы конкурсында ҡатнашып, гран-приға лайыҡ булды. Бынан тыш 17 йәшкә тиклемге балалар араһында яңғыҙ бейеү менән сығыш яһаусы Эльвина Йомағужина III дәрәжәле диплом менән бүләкләнде.