+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 14:02

Указға йәнә үҙгәрештәр индерелде

БР Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһына бәйле хәүефһеҙлек режимы тураһында указға тағы үҙгәрештәр индерҙе. Был юлы төбәктә Яңы йыл сараларын уҙғарыу тәртибе аныҡланды. 65 йәштән оло һәм хроник сирле кешеләр 31 декабргә тиклем үҙҡурсалау режимын һаҡлай әле. 18 ғинуарға тиклем асыҡ һауала мәҙәни, спорт, күңел асыу сараларын уҙғарыу рөхсәт ителә, унда кеше һаны сикләнмәй. Президент шыршылары быйыл булмай, әммә унда ҡатнашырға тейешле балалар Ҡыш бабай күстәнәстәрен аласаҡ. Балалар баҡсаларында Яңы йыл иртәлектәре ата-әсәләр ҡатнашлығынан тыш үткәрелә. Мәҙәниәт һарайҙары, күп функциялы мәҙәни үҙәктәр асыла, ә башҡа мәҙәниәт усаҡтарын асыу тураһында ҡарарҙы урындағы хакимиәт хәл итә. Йәмәғәт туҡланыуы урындары 31 декабрҙән 1 ғинуарға тиклем тәүлек әйләнәһенә эшләй ала, ҡалған ял көндәрендә — иртәнге сәғәт 6-нан төнгө 2-гә хәтлем, әммә уларҙа бейеү майҙансыҡтары булмаҫҡа тейеш. Төнгө клубтар эшмәкәрлеге тыйыла.
Читайте нас: