Иҙәш Ҡусҡары ауылының йәмәғәт эшмәкәре, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Зәйтүнә Мөхәмәҙиә ҡыҙы Шәрипова башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә, йолаларҙы пропагандалауҙа әүҙем эше өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.