-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 12:49

Янғындан зыян күреүселәргә матди ярҙам бүленде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Ишбулды ауылындағы социаль учреждениела сыҡҡан утта зыян күреүселәргә һәм һәләк булғандарҙың туғандарына аҡсалата компенсация бүленде, тип хәбәр итә «Башинформ». Янғында һәләк булғандарҙы ерләү өсөн 100-шәр мең һум, ә иҫән ҡалғандарға унышар мең һум күләмендә аҡса йүнәлтелә. Ут эсенән сыға алған ике ир әле Асҡар үҙәк дауаханаһына урынлаштырылған, әйткәндәй, уларҙың бәләһенә битараф ҡал-маған мәрхәмәтле кешеләр, төрлө кейем-һалым, көнкүрештә кәрәкле тәүге әйберҙәр алып килеп биргән. Уларҙың береһен Учалы ҡалаһындағы, икенсеһен Темәстәге приютҡа урынлаштырыу күҙаллана.
Читайте нас: