Оҙайлы фекер алышыуҙарҙан һуң 31 декабргә ҡағылышлы һорау хәл ителде. БР Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы, быйыл Башҡортостанда 31 декабрь ял көнө буласаҡ. Республиканың бөтә ашығыс хеҙмәттәре элекке эш режимында эшләйәсәк. Дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәрҙәре 31 декабрҙә ял итеү өсөн 26 декабрҙә эшкә сығасаҡ.