+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 13:19

Иғтибар — балалар!

Республикала 15 ғинуарға тиклем «Иғтибар — балалар!» профилактик сараһы бара. Уның барышында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары балаларҙы автотранспортта ташыу ҡағиҙәләренең үтәлешен, 12 йәшкә тиклемге балалар өсөн махсус креслолар ҡулланылыуын тикшерәсәк. Бынан тыш ҡышҡы каникулдар осоронда уҡыусылар юлда бәләгә тарымаһын өсөн уларға иҫкәртеүсе лекциялар үткәреү планлаштырыла. ЮХХДИ-ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан республикала бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 369 авария теркәлгән, уларҙа 12 баланың ғүмере ҡыйылған.
Читайте нас: