-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 12:41

Медиктарға түләмдәр тураһында

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, республикала ковид шарттарында эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә аҡсалата түләмдәр арттырылды. Табиптарға бер смена өсөн — 1400, урта медицина персоналына — 700, техник персоналға 300 һум түләнәсәк. Был мәлдә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 18 меңгә яҡынлашты. Стационарҙарҙа 875 кеше дауалана, уларҙың 55-е ауыр хәлдә тип иҫәпләнә.
Читайте нас: