Яңы йыл осоронда почта бүлексәләренең эш режимы билдәләнде. 3 ғинуарҙа бөтә бүлексәләр бер сәғәткә алдан ябыла, 1, 2, 7 ғинуар — почталар өсөн ял көнө. Был көндәрҙә бер ниндәй гәзит-журнал, хаттар таратылмаясаҡ. Пенсия һәм пособиелар алдан, Пенсия фонды идаралығы менән раҫланған графикка ярашлы түләнәсәк. 3, 4, 5, 6, 8, 9 һәм 10 ғинуарҙа почта бүлексәләре ҡәҙимге эш режимына күсә.