+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 13:12

Ҙур мәҙәни саралар көтә

Быйыл республика халҡы ниндәй мәҙәни сараларға шаһит буласаҡ? Был турала БР Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә: Башҡортостанда яҙыусы Сергей Аксаковтың — 230, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың — 190, драматург Нәжиб Асанбаевтың — 100 йыллығы киң билдәләнәсәк. Бөтә донъя фольклориадаһын да быйыл йәй уҙғарыу планлаштырыла. Михаил Нестеров исемендәге музейҙың 100 йыллығы айҡанлы Бөтә Рәсәй кимәлендә күргәҙмәләр ойошторола. Шулай уҡ башҡорт режиссерҙары Айнур Асҡаров менән Булат Йосоповтың «Өс таған», «Йыл ғаиләһе», «Рәми. Шағир көндәлеге» фильмдарының премьераһы көтөлә. «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә, Өфө ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек бара.


Читайте нас: