Республикала Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индерелеп, дистанциялы эшләү тураһында закон үҙ көсөнә инде. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, хеҙмәткәрҙе өйҙә эшләүгә күсереү өсөн етди сәбәптәр булырға тейеш. Документ хеҙмәткәргә мөһим гарантиялар бирә, йәғни, ул дистанциялы эшләй алһын өсөн эш урынын юғары тиҙлекле интернет, кәрәкле гаджет менән тәьмин итеү мотлаҡ. Эш күләме ҙурлығына ҡарап, эш хаҡы һаҡлана. Эш биреүсе ҡарары менән ситтән тороп эшләүгә күсерелгән хеҙмәткәр, ике көн дауамында бәйләнешкә сыҡмаһа, был «прогул»ға тиңләштерелә. Шул уҡ мәлдә уны саманан артыҡ эшләтеү ҙә тыйыла.