Февраль айында ил халҡын оҙайлы ял көндәре менән бер рәттән алты көнлөк эш аҙнаһы көтә. Был Ватанды һаҡлаусылар көнөн үткәреүгә бәйле. 23 февраль быйыл шишәмбегә тура килеү сәбәпле, шәмбе — 20 февраль эш көнө буласаҡ, ә 21, 22, 23 февраль — ял итәсәкбеҙ, тип хәбәр итә РФ Хеҙмәт министрлығы.