Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, уҙған йылда ВИЧ менән сирле 1977 кеше асыҡланған. Кешенең иммун дефициты вирусын йоҡтороусылар ҡайһы төбәктәрҙә иң йыш теркәлеүен дә билдәләй ведомство. Уҙған йылда Өфөлә — 453, Стәрлетамаҡта — 129, Салауатта — 122, Белорет районында — 74, Әбйәлилдә — 57, Туймазыла 59 кеше был хәүефле инфекцияны йөрөтөүе билдәле булған.