+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 13:19

«Ҡаргиҙәр» операцияһы бара

Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы хәбәр итеүенсә, был аҙнала районда ҡышҡы миҙгелдә ҡулланылыусы мототранспорт сараларын тикшереү буйынса профилактик операция үткәрелә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы, дәүләт инспекторҙары менән берлектә ҡаргиҙәрҙәрҙе ҡулланыу ҡағиҙәләре үтәлешен тикшерәсәк. Был техникаға ҡағылышлы бер нисә тыйыу барлығын иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡаргиҙәргә ултырып һунар итергә, боҙ өҫтөндә йөрөргә, уға сана йәки тюбинг эләктереп йөрөргә ярамай. Ҡаргиҙәргә идара итеү өсөн махсус танытма булыуы мотлаҡ, руль артына бәлиғ булмаған балалар ултырырға тейеш түгел.


Читайте нас: