+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 13:18

Балалар юлда ҡалмаһын

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәҡдим иткән законға ярашлы, 16 йәшкә тиклемге балаларҙы, билеты булмауын сәбәп итеп, йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырыу тыйыла. Әгәр бала яңғыҙы автобусҡа, трамвай йә троллейбусҡа ултырһа һәм уның билет алыу мөмкинлеге булмаһа, уны ауыл-ҡалаларҙан ситтә, туҡталыш ҡуйылмаған урындарҙа, һауа температураһы 20 градустан түбән булғанда йәки һауа шарттары боҙолоп торғанда, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында транспорттан төшөрөп ҡалдырырға ярамай. «Һәр сәбәпте аныҡ тикшерергә кәрәк, был хоҡуҡ менән балалар ҙа әрһеҙ файҙаланырға тейеш түгел, сөнки ул билетһыҙ йөрөгәне өсөн ата-әсәһе яуаплылыҡ тотасаҡ, шул уҡ ваҡытта йәмәғәт транспорты хужалары ла миһырбанлы булһын», — тине республика парламенты рәйесе К. Толкачев.


Читайте нас: