+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 13:28

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға

БР Башлығы ҡарамағындағы комиссия балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына эштәр ҡабул итә башланы. Был премия, йәш быуынға рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биреү йүнәлешендә, йылына ике тапҡыр тапшырыла. Конкурсҡа кәмендә бер йыл элек айырым китап итеп сығарылған, йәки ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәр ҡабул ителә. Документтарҙы Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18 адресы буйынса БР Мәҙәниәт министрлығына ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 280-87-75.


Читайте нас: