+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2021, 12:57

Пенсияға алдан сығыуға кемдәр хоҡуҡлы?

РФ Федерация Советының социаль сәйәсәт комитеты рәйесе Татьяна Кусайко белдереүенсә, 2021 йылда коронавирус инфекцияһы йоҡторған пациенттар менән эшләүсе табиптар хаҡлы ялға ваҡытынан алда китеүҙе юллай ала. Сирлеләр менән бер ай эшләү әлеге ваҡытта өс айға тиңләштерелә, шуға күрә пенсияға сығыу мөмкинлеге яңынан иҫәпләнә. Бынан тыш, табиптарға миллион ярым һумлыҡ автомобиль һатып алыу өсөн ташламалар ҡаралған. Билдәле эш стажы булған медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре йәшәгән торлаҡты хосусилаштырыу мөмкинлегенә лә эйә буласаҡ. Табиптарҙан тыш, металлургия, химия һәм машиналар төҙөү кеүек ауыр һәм хәүефле производствола эшләүселәр, инвалидтар, Алыҫ Себер тарафтарында көс түгеүселәр, күп балалы әсәләр ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығыу хоҡуғы менән файҙалана ала.
Читайте нас: