+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 13:59

Шәжәрәңде беләһеңме?

Уҡыусылар һәм студенттар шәжәрә төҙөү буйынса республика конкурсында ҡатнаша ала. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу компанияһы айҡанлы «Архив документтарында минең ғаиләм тарихы» тип исемләнгән был конкурсты Башҡортостандың Милли архивы ойоштора һәм бөгөндән башлап, 10 мартҡа тиклем заявкалар ҡабул итә. 8 – 11-се кластар уҡыусылары, юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары шәжәрә ағастарын төҙөп, «Халыҡ иҫәбен алыу документтарында тыуған ауылым тарихы», «Ғаилә архивы — шәжәрәгә асҡыс», «Минең яҡташым — билдәле шәхес» кеүек номинацияларҙа үҙен һынай ала. Заявкаларҙы [email protected] электрон адресына ла ебәрергә мөмкин.


Читайте нас: