БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары әҙерләгән закон проектына ярашлы, электрон сигареттарҙы тартыу урындары ла сикләнәсәк. Хәҙер никотинлы булмаған тәмәкеләрҙе йәмәғәт транспорты туҡталыштарында, парковкаларҙа, ер аҫты сығыу юлдарында, парк һәм скверҙарҙа тартырға ярамаясаҡ. Бынан тыш, республикала балаларға электрон тәмәке, кальян һәм вейптар һатыу тыйылған.