Ҡаҙмаш — районда ҙур ауылдарҙан һанала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ике йыл инде беҙҙә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләмәй. Күпмелер ваҡыт Амангилде дауаханаһынан аҙнаһына ике тапҡыр фельдшер килеп йөрөнө, хәҙер ул да юҡ. Ауырыған кешегә, ғәҙәттә, ун көнгә укол-капельница тәғәйенләйҙәр һәм өҙмәй генә алғанда ул һөҙөмтәһен бирә, тик беҙҙең ауыл халҡы бындай мөмкинлектән мәхрүм.
Амангилделәге дауаханаға йөрөп, дауаланыу курсы үтеү минең кеүек оло йәштәгеләр өсөн анһат түгел: йә йәйәүләп барырға кәрәк, йә сәғәттәр буйы туҡталышта транспорт көтәһең... Өҫтәүенә, беҙҙең медпункт та бик иҫке, иҙән-түбәһе ишелергә тора, ауылда газ булһа ла, ул утын менән йылытыла. Минеңсә, Ҡаҙмашта ла медицина ярҙамы алырға тулы хоҡуҡлы халыҡ йәшәй. Был тәңгәлдә беҙгә ҡасан ярҙам булыр?