«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә белгестәр — табип-наркологтар, опека бүлеге хеҙмәткәрҙәре, «Ғаилә» үҙәктәре 3 февралдә күсмә ҡабул итеү уҙғарып, ғаилә консультациялары бирергә ниәтләй. Улар нигеҙҙә эскән ғаилә ағзаһын нисек был афәттән арындырыу, наркотик ауына эләккән баланы дауалау, ғаиләлә йәберләүгә ҡаршы көрәш, үҙ-үҙен ҡарай алмаған кешегә опека рәсмиләштереү кеүек һорауҙарға яуап бирәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт
www.семьярб.рф порталында.