Пенсия фонды идаралығы хәбәр итеүенсә, 2021 йылда тыуған беренсе сабый өсөн әсәлек капиталы күләме 483881 һум тәшкил итә. Әгәр 2020 йылға тиклем икенсе йә унан һуңғы бәпәй тыуһа һәм ата-әсәләр сертификат алмаған булһа, өҫтәмә рәүештә ошондай уҡ суммаға хоҡуҡлы була. Беренсе балаға әсәлек капиталы алып, тағы бер балаға ғүмер биргән йәки опекунлыҡҡа алған ата-әсәләр тағы 155550 һумлыҡ дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң донъяға килгән икенсе йәки унан һуңғы бәпес өсөн (әгәр ғаилә быға тиклем әсәлек капиталы сертификаты менән файҙаланмаған булһа) 639431 һумлыҡ сертификат биреләсәк.