Республиканың Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда льготаға эйә булғандарға Берҙәм аҡсалата компенсация (ЕДК) түләү өсөн быйыл 4,2 миллиард һумдан ашыу бүленә. 2020 йылда республикала 525 мең кеше торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн 5 миллиард һумдан ашыуыраҡ аҡсалата компенсация алған.