Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу апрель айынан сентябргә күсерелә.
- Был осорға илдә эпидемиологик хәлдең тотороҡланыуы көтөлә. Ошоға бәйле, бөгөн кампанияны көҙгә күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде, - тип белдерәләр Рәсәй статистика хеҙмәте.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уҙған йыл октябрь айында үтергә тейеш ине, ил Хөкүмәте уны быйыл апрелгә күсергәйне.