Республика халыҡ ижады үҙәге, быйыл икенсе тапҡыр, ир-егеттәрҙең вокал коллективтары араһында асыҡ конкурс ойоштора. «Ир-егеттәр нимә хаҡында йырлай?» тип исемләнгән бәйгелә 13 кешенән торған хор, 2 – 12 кешелек вокаль ансамблдәр ҡатнаша ала. Ансамбль составында ир-уҙамандар ҙа, үҫмерҙәр ҙә сығыш яһай ала — йәш сикләүе юҡ. Коллективтар төрлө жанрлы ике йыр әҙерләп, башҡарырға тейеш, патриотик йәки халыҡ йырҙары булыуы айырыуса хуплана. Видеояҙмаларҙы һәм заявкаларҙы 26 февралгә тиклем
[email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт «Бәйләнештә» селтәрендә
https://vk.com/doc-44728784_588271755 һылтанмаһы буйынса табырға була.