Башҡортостандың Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, ныҡ һыуыҡ көндәрҙә дәрес үткәреү-үткәрмәү тураһында ҡарарҙы һәр мәктәп үҙ-аллы ҡабул итә. Ошо көндәрҙәге урындағы климат, һауа шарттары, уҡыусыларҙың грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү кимәле лә иҫәпкә алынырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта баланы мәктәпкә ебәреү-ебәрмәүҙе ата-әсәләр үҙҙәре хәл итә.
Федераль нормативтар буйынса, ауыл ерендә – 23 градус һыуыҡ булған осраҡта, 1-4-се класс уҡыусылары дәрескә килмәҫкә хоҡуҡлы. 5-9 класс уҡыусылары - 25 градустан түбән булһа, ә өлкән класс уҡыусылары – 30 градус һыуыҡта дәрескә килмәҫкә мөмкин. Әммә мәктәп, тышта ниндәй температура булыуға ҡарамаҫтан, уҡыу процесын ойошторорға бурыслы.