+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 13:37

Хәүефле сирҙәр яҡынлаша

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан сиктәрендә хәүефле сирҙәр яҡынлашыуы сәбәпле, айырым күрһәтмәләр бирҙе. «Бер ай эсендә илдең 8 субъектында сусҡа тағуны инфекцияһы теркәлде һәм ауырыу осраҡтары беҙҙән алыҫ түгел. Мәҫәлән, Татарстанда атып алынған ҡабан сусҡаһында ошо вирус табылған». Бынан тыш, республика етәксеһе ҡош киҙеүе осраҡтары артыуы тураһында ла хәбәр итте — инфекция Татарстан һәм Силәбе өлкәһе хужалыҡтарында теркәлгән. Уларҙың береһендә 5 мең баш ҡаҙҙы һәм 175 мең баш күркәне юҡ итергә мәжбүр булғандар. 27 ғинуарҙа Белгород өлкәһенән Башҡортостан магазиндарына килтерелгән паштетта сусҡа тағуны вирусы геномы булыуы асыҡланған. Ошоларға бәйле, ситтән ит продукцияһы индереү, һатыу айырыуса контролгә алынырға тейеш, тигән ҡарар сығарылды. Әйткәндәй, сик буйы райондарында ҡырағай ҡабан сусҡаларын атыуға рөхсәт бирелде.
Читайте нас: