+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 13:21

Муниципалитеттар контроль аҫтында

Дүшәмбелә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров милли проекттар үтәлешенә контроль артасаҡ, тип белдерҙе. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән бюджет аҡсаһын нәтижәле файҙаланмаған райондар етәкселегенә ҡарата иң ҡаты саралар күреләсәк. «Федераль үҙәк үткәргән видеоселектор кәңәшмәләре барышында насар эшләгән район башлыҡтары үҙҙәре яуап тотасаҡ, — тине Р. Хәбиров. — Әгәр республикала ниндәйҙер милли проект тормошҡа ашырылмай икән, был һеҙҙең эшләп еткермәүегеҙҙе күрһәтә».


Читайте нас: